Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Константин Толкачев Рәсәй Закон сығарыусылар советы ултырышында ҡатнаша

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Рәсәй Федерацияһы Закон сығарыусылар советының беренсе ултырышында ҡатнаша, тип хәбәр иттеләр республика парламентының матбуғат хеҙмәтенән.

Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко һәм Дәүләт Думаһы рәйесе Сергей Нарышкин етәкселегендәге ултырышта РФ Закон сығарыусылар советы тураһындағы Положениены раҫлау планлаштырыла.

РФ Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Вячеслав Володин Рәсәйҙең бөгөнгө үҫеш осоронда дәүләт власының закон сығарыу органдары бурыстары тураһында доклад менән сығыш яһаясаҡ. Рәсәй Федерацияһы субъекттарының закондар сығарыу процесын камиллаштырыуға, шулай уҡ закондар сығарыу инициативаларын әҙерләү һәм оҙатыу системаһын формалаштырыуға айырыуса иғтибар бүленәсәк.

Ултырышта «Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советын формалаштырыу тәртибе тураһында»ғы закон проектын тикшереү планлаштырыла. Шулай уҡ төбәк закон сығарыусыларының Федераль Йыйылыш етәкселегенә мөрәжәғәте ҡараласаҡ. Улар «һуғыш балалары»на социаль ярҙам сараларын булдырыу тураһында Федераль закон ҡабул итергә тәҡдим итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть