10 декабрь, Шәмбе

31 май 2012 йыл, 16:19

Өфө мэры Ирек Ялалов һөйләшеүгә саҡыра

автор: Евгения Сюткина

Ҡала көнө алдынан, шаршамбы, 6 июндә, «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялаловтың онлайн-конференцияһы үткәрелә. Конференция барышында, 10.00-дән 11.00-гә тиклем, ул «Ижтимағи электрон гәзит» сайтына килгән һорауҙарға яуап бирәсәк.

Ирек Ялалов Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт хужалығы эшмәкәрлегенә, ҡала инфраструктураһын үҫтереүгә бәйле һорауҙарға яуап бирергә әҙер.

Бер сәғәт дауамында «Ижтимағи электрон гәзит» сайтындағы он-лайндан «Башинформсвязь» йәмғиәтенең техник ярҙамында видеотрансляция алып барыласаҡ. Мэрҙың сығышының видеояҙмаһын тура эфир барышында ла, һуңынан «Онлайн-конференциялар архивы» бүлегендә лә ҡарап буласаҡ.

Өфө хакимиәте башлығына i-gazeta.com сайтына ингән һәр кеше һорау бирә ала. Бының өсөн «Ижтимағи электрон гәзит» сайтының баш битендәге «Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы И.И.Ялаловтың онлайн-конференцияһы» бүлегендәге тейешле форманы тултырырға кәрәк. Һорауҙарҙы онлайн-конференцияға тиклем дә, уның барышында ла ебәрергә мөмкин. Һорауығыҙ «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында ҡабул ителгән ҡағиҙәләргә ярашлы формалаштырылған булырға тейеш.