Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Йылайыр районында кире социаль күренештәргә ҡаршы көрәш буйынса программалар әҙерләргә ниәтләйҙәр

Сәйәсәт

Йылайыр районында Башҡортостанда иғлан ителгән Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы сиктәрендә райондың Йәштәр советы менән ойошторолған «Суицид, алкоголизм, тәмәке тартыу һәм наркоманияға ҡаршы көрәш системаһын камиллаштырыу» исемле түңәрәк өҫтәл үтте.

Унда район хакимиәте, социаль хеҙмәттәр, шулай уҡ медицина учреждениелары вәкилдәре ҡатнашты.

Фекер алышыу һөҙөмтәләре буйынса түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар, районда кире социаль күренештәргә ҡаршы көрәш буйынса һөҙөмтәле программалар ҡабул итергә кәрәк, тигән һығымтаға килде. Йәш парламентарийҙар яҡын арала бындай программа концепцияһын муниципаль район Советына раҫлау өсөн тәҡдим итергә планлаштыра.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть