Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

12 июндә Өфөлә - өсләтә байрам

Йәмғиәт

12 июндә Өфөлә Рәсәй көнөнә, Салауат Юлаев көндәренә һәм Ҡала көнөнә арналған байрам саралары үткәрелә.

Йола буйынса Өфөлә Дуҫлыҡ монументына, Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы үтәсәк. Ленин майҙанында Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында Еңеүенә арналған театрлаштырылған тамаша көтөлә. Өфөлөләргә һәм ҡала ҡунаҡтарына Өфөнөң төп майҙандарында байрам программалары тәҡдим ителәсәк. Мәҙәниәт һәм ял парктарында, мәҙәниәт йорттарында, стадиондарҙа халыҡ байрамдары, спорт ярыштары һәм башҡа төрлө мәҙәни-күңел асыу саралары ойошторола. Байрам үткәрелгән урындарҙа күсмә сауҙа нөктәләре эшләйәсәк. Фейерверк байрамдың кульминацияһы буласаҡ, ойоштороусылар әйтеүенсә, беҙҙе быйыл былтырғыға ҡарағанда ла сағыуыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ салют көтә.

Теги: байрам
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть