4 декабрь, Йәкшәмбе

31 май 2012 йыл, 15:27

Баш ҡалала Михаил Нестеров мемориалы асыла

автор: Розалия Вәлиева

— Күренекле рәссам Михаил Нестеровтың тыуыуына 150 йыл тулыуҙы билдәләү сиктәрендә үткәрелгән саралар мемориал асыуға килтерәсәк, — тип белдерҙе М.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директорының фән буйынса урынбаҫары Светлана Игнатенко Михаил Нестеровҡа мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһында. Мемориаль таҡтаташ Ленин урамы, 14/16 адресы буйынса урынлашҡан йортта асылды.

— Өфөлә рәссамдың тыуыуына 150 йыл тулыуҙы билдәләү сиктәрендә фәнни-ғәмәли конференция һәм Михаил Нестеров һәйкәленең иң яҡшы проектына конкурс үтәсәк, — тип хәбәр итте БР мәҙәниәт министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Камила Дәүләтова. – Михаил Нестеров ижады – беҙҙең уртаҡ хазинабыҙ. 1913 йылда ул ҡалаға рус рәссамдарының 102 эшен, шул иҫәптән үҙенең 30 эшен бүләк иткән. Был ҡала өсөн ҙур ваҡиғаға әүерелгән һәм музей асыуға этәргес булған. Шулай итеп, 1920 йылда музей үҙ ишектәрен асҡан.

— Нестеров — һынлы сәнғәт өлкәһендә Өфөнө данлаған кешеләрҙең береһе, — тине Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күренекле рәссам тыуып үҫкән йорт һаҡланып ҡалмаған, уның урынында «Ағиҙел» ҡунаҡханаһы төҙөлгән. Әммә бөгөнгө сара бөйөк рәссамдың исемен мәңгеләштереүгә тәүге аҙым булып тора. Бәлки, ҡунаҡханала Михаил Нестеровтың мемориаль мөйөшө лә булдырылыр.

М.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһынан һуң Кирилл һәм Мефодий сиркәүенең хоры ҡатнашлығында матур концерт ойошторолдо.