5 декабрь, Дүшәмбе

31 май 2012 йыл, 15:09

Өфө ҡала Советы бюджетниктар өсөн балалар лагерҙарына йүнәлтмә хаҡының айырмаһын ҡаплай

автор: Марина Шумилова

һауыҡтырыу лагерҙарында йәйге миҙгел асылыуы алдынан Өфө ҡала Советы депутаттары бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең балалары өсөн йәйге лагерҙарға республика бюджеты средстволары иҫәбенә һатып алынған йүнәлтмәләр хаҡының айырмаһын түләү мәсьәләһен ҡараны.  

Былтыр ошондай уҡ ҡарар һөҙөмтәһендә 1290 бала өсөн йүнәлтмәләр хаҡының айырмаһы түләнгән. Дөйөм алғанда был маҡсатҡа ҡала 4,8 миллион һум самаһы аҡса бүлгән. Эш хаҡының түбән, балалар лагерҙарына йүнәлтмәләрҙең ҡыйбат булыуын (хаҡтар 15 меңдән башлана) иҫәпкә алғанда, бюджетниктар өсөн был бик тос ярҙам буласаҡ. Быйыл йәйге лагерҙарҙа өфөлөләрҙең 12,6 мең балаһы ял итәсәк, тип көтөлә. Мәктәптәрҙә ойошторолған көндөҙгө лагерҙарҙа ла шул сама бала ял итәсәк, ә 9,5 мең бала шифаханаларҙа һаулығын нығытасаҡ.

Республика быйыл балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға дөйөм алғанда 158,6 миллион һум аҡса бүлә, ә Өфө – 47,2 миллион.

темалар: ҡала советы