10 декабрь, Шәмбе

31 май 2012 йыл, 14:03

Рөстәм Хәмитов Италияның Рәсәйҙәге Илсеһе менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бөгөн Өфөлә Италия Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Илселеге делегацияһы менән осрашты. Италия яғынан делегацияны Италияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Антонио Дзанарди Ланди етәкләй.

Осрашыуҙа башлыса Башҡортостан менән Италия араһында мөмкин булған хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре тикшерелде.

— Башҡортостан — Рәсәйҙең йыл һайын асығыраҡ була барған ҙур, иҡтисади йәһәттән үҫешкән төбәктәренең береһе. Беҙ бизнес өсөн административ кәртәләрҙе эҙмә-эҙлекле бөтөрә барабыҙ. Шулай итеп, көн элгәре донъя күргән эшҡыуарлыҡ алып барыуға уңайлы Рәсәй ҡалалары рейтингында Өфө икенсе урын алды. 2011 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһы был исемлектә икенсе тиҫтәгә генә эләккәйне, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Италияның Рәсәйҙәге Илсеһе Антонио Дзанарди Ланди, әгәр бизнес алып барыуға уңайлы ҡалалар исемлегендә Өфө икенсе урында булһа, Рәсәй-Италия Эш төркөмө ултырышында ҡатнашыусыларҙы йылы ҡабул итеүҙәре буйынса ул беренсе урын алырға тейеш, тип белдерҙе.

— Беҙ бер-бер артлы бизнесҡа ҡамасаулаған административ кәртәләрҙе бөтөрәбеҙ, инфраструктураны үҫтерәбеҙ, ҡалаларҙы таҙараҡ һәм төҙөгөрәк итергә тырышабыҙ. Әммә был эштәрҙең башы ғына, һәм был эштәрҙең бер өлөшөн һеҙҙең менән бергәләп атҡарырға теләр инек, — тип мөрәжәғәт итте Башҡортостан Президенты итальян партнерҙарға.

Республика башлығы фекеренсә, итальян коллегаларҙан күп нәмәгә өйрәнергә мөмкин. Һәм бында юғары технологиялар өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу тураһында ғына һүҙ бармай, рәсәйлеләргә иң элек итальяндарҙың эшҡыуарлыҡ рухына, итальяндарға хас оптимизмға һәм тотороҡлолоҡҡа өйрәнергә кәрәк.

— Иҡтисади көрсөк үҫешеүе ихтималлығы күҙлегенән беҙ әле, һис шикһеҙ, Грецияла барған процестарға хәүефләнеп ҡарайбыҙ. Шулай ҙа беҙҙең эре нефть химияһы, машиналар эшләү, урман сәнәғәте һәм аграр предприятиелар 2009-2010 йылдарҙа килеп тыуған көрсөк хәленән лайыҡлы сыға алды, тип иҫәпләйем. Был тағы бер тапҡыр барыһына ла Башҡортостан иҡтисадының тотороҡло булыуын күрһәтте. Шуға ла беҙ республикабыҙға сит ил, шул иҫәптән итальян инвесторҙарын саҡырабыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Мәҙәни хеҙмәттәшлек Башҡортостан менән Италияның үҙ-ара килешеп эш итеүе өсөн тағы бер мөмкинлек була ала. Тағы бер мөһим һәм перспективалы йүнәлеш – республикала туризмды үҫтереү.

Әлеге мәлдә төбәктә тау саңғыһы спортын үҫтерергә мөмкин булған 20-гә яҡын урын билдәләнгән.

2012 йылда Башҡортостанда яһалма ҡар ҡулайламаһы менән йыһазландырылған ике тау саңғыһы үҙәге төҙөләсәк. Ошондай тағы 15-20 үҙәк төҙөү зарур. Шуға күрә республикаға төҙөлөш эштәрендә Италия белгестәренең ярҙамы бик урынлы буласаҡ.  

— Хеҙмәттәшлек итеү өсөн мөмкинлектәр бик күп. Беҙ берлектәге тығыҙ, конструктив эшмәкәрлеккә әҙер. Был минең һәм коллегаларымдың теләге генә түгел, был — йәмғиәт ихтыяжы. Беҙҙекеләр бик теләп итальян партнерҙар менән мәҙәни, эшлекле бәйләнештәр булдырасаҡ, — тине Башҡортостан Президенты.

Үҙ сиратында, Антонио Дзанарди Ланди Рөстәм Хәмитовты, что «һеҙ тәҡдим иткән хеҙмәттәшлек йүнәлештәре, һис шикһеҙ, Италия яғы менән ҡабул ителәсәк», тип ышандырҙы.

Илсе әйтеүенсә, әлеге мәлдә Италия предприятиелары артабан үҫешеүгә мохтаж, һәм хеҙмәттәшлек сиктәрен киңәйтеү мөмкинлеге – иҡтисади көрсөктән ҡотолоуҙың бик шәп алымы ул.  

— Беҙ Башҡортостан етәкселегенең республикала итальян эшҡыуарҙарына ярҙам итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә ынтылыуын юғары баһалайбыҙ. Шәхсән Башҡортостан Президенты менән күрһәтелгән алсаҡлыҡтың ҡәҙерен бик яҡшы аңлайым һәм үҙ-ара хеҙмәттәшлектәге иң мөһим һәм перспективалы йүнәлештәрҙе асыҡлау эшендә артабан да ҡыйыу һәм тәүәккәл аҙымдар менән барырбыҙ, тип ышанам, — тип билдәләне Италия Республикаһының Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе.