Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә бушлай юридик консультациялар үткәрелде

Йәмғиәт

Башҡортостан Президентының Мәсәғүт ауылындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашыу үтте. «Рәсәй юристары ассоциацияһы»ның төбәк бүлексәһе Аппараты етәксеһе Людмила Әхмәтшина, адвокаттар, нотариустар Дыуан районы халҡына бушлай юридик консультациялар үткәрҙе.

Юристарға йәмғеһе 66 кеше мөрәжәғәт итте. Улар ер һәм торлаҡ милкенә хоҡуҡ, хеҙмәт, эшҡыуарлыҡты үҫтереү, һалым һалыу принциптары, баланы тәрбиәгә алған ғаиләләргә социаль түләмдәр, званиелар биреү, хосусилаштырыуға бәйле мәсьәләләрҙе ҡуҙғатты.

Белгестәр хоҡуҡи консультациялар һәм аңлатмалар бирҙе. Ҡайһы бер мәсьәләләр «Рәсәй юристары ассоциацияһы»ның төбәк бүлексәһе Аппараты етәкселәренең һәм БР Президентының Мәсәғүт ауылындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең контроленә алынды.

Алдағы айҙарҙа бындай хоҡуҡи сараларҙы республиканың башҡа төбәктәрендә лә үткәреү планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть