Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Француз скульпторы ижад иткән Рудольф Нуриевтың бюсы Өфөгә ҡайтарылды [видео]

Йәмғиәт

Үҙенең карьераһын Өфөлә башлаған данлыҡлы бейеүсе Рудольф Нуриевтың бюсы Франциянынан Өфөгә ҡайтарылды.

Рудольф Нуриевты француз скульпторы Пьер Турен уҙған быуаттың 70-се йылдары аҙағында гипста һынландырған. Мастер уны натуранан төшөргән. Владимир Спиваков күргәнгә тиклем оҙаҡ ваҡыт бюст Париждағы антиквариат магазинында һаҡланған. Ул үҙенең табышы тураһында шунда уҡ Өфөгә хәбәр итә һәм Нуриевтың бюсын Өфөгә ҡайтарыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләүҙәрен үтенә.

— Нуриев «Корсар» ролендә һынландырылған, — тип хәбәр итте «АФ Банк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Идараһы рәйесе Айҙар Зөбәйеров. – Уның классик ҡанундар буйынса ижад ителгән авторлыҡ эше булыуы ла ҡиммәт, күп эксперттар тормоштағы Нуриев менән ғәйәт ҙур оҡшашлыҡ булыуын билдәләй.

Бюст кисә Рудольф Нуриев исемендәге XVIII Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивален асыу тантанаһында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры музейына мәңгелеккә һаҡлауға тапшырылды.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть