7 декабрь, Шаршамбы

31 май 2012 йыл, 11:34

Рөстәм Хәмитов Р.Нуриев исемендәге Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивален асыу тантанаһында сығыш яһаны

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡорт опера һәм балет театрында үткән Рудольф Нуриев исемендәге XVIII Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивален асыу тантанһында ҡатнашты.

— Был залда булыуы бик ҡыуаныслы, сөнки бында балет тип аталған бөйөк сәнғәтте яҡшы белеүселәр, уны һөйөүселәр йыйылған. Һәм был байрамда беҙҙең менән Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Юрий Николаевич Григоровичтың булыуы икеләтә ҡыуаныслы, — тип билдәләне Президент.

«Сәхнәгә был бөйөк кешегә, Башҡортостан мәҙәниәтенә бик матур постановкалар алып килгән оҫтаға рәхмәт әйтер өсөн генә күтәрелдем. 1990-сы йылдарҙа ул күп эшләгән, яңы балет ҡуйып, ул әле лә күп эшләй, һәм беҙҙең хеҙмәттәшлек артабан да дауам итер, тип ышанабыҙ», тине республика башлығы.

Рөстәм Хәмитов, билдәле балетмейстер менән осрашыу барышында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры коллективына һәр яҡлап булышлыҡ итеү тураһында һөйләшеп килешелде, тип һөйләне.

— Театр эшмәкәрлеген техник йәһәттән яңыртырға тырышасаҡбыҙ. Кем эҙләй, шул һәр саҡ таба. Шуға күрә аҡса ла табырбыҙ. Беҙҙең театр Рәсәй Федерацияһында иң яҡшылар иҫәбендә булһын өсөн, барыһын да эшләргә тырышасаҡбыҙ, — тип белдерҙе республика башлығы.

Юрий Григорович Өфөлә бишенсе спектакль ҡуйыуы хаҡында иҫкә төшөрҙө. Ул шулай уҡ солистар менән алмашырға, яңы тормош башларға тәҡдим итте. «Бында труппа күтәренке кәйеф менән яҡшы бейей. Йәш солистар бар, бында өс состав. Труппа менән эшләүҙән ҙур кинәнес алдым», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ҙур театр хореографы.

— Һеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Әлбиттә, эште дауам итергә теләр инек. Беҙ «Спартак» спектаклен ҡуйырға хыялланабыҙ. Беҙгә килгәндә иһә, барлыҡ ойоштороу, матди мәсьәләләрҙе хәл итәсәкбеҙ, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.