Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Шафиҡов – Замора: һуңғы яҙғы раунд-2012

Йәмғиәт

Яҙҙың һуңғы көнөндә — 31 майҙа — «Өфө-Арена»ла ҙур бокс кисәһе үтә.  

Тамашасыларҙы «ҡыҙҙырыу» өсөн ойошторолған мауыҡтырғыс биш көрәштән һуң, төп алышта Европаның беренсе уртаса ауырлыҡтағы (63,5 кг) ике иң яҡшы профессиональ бокссыһы — Европа чемпионы (EBU) рәсәйле Денис Шафиҡов (28 еңеү — 0 еңелеү — 1 тигеҙ иҫәп) һәм титулдың рәсми дәғүәсеһе, рейтингының беренсе номеры, Кубала тыуып үҫкән итальян Брунет Замора (22 еңеү — 0 еңелеү — 2 тигеҙ иҫәп) бер-береһенә ҡаршы сығасаҡ.

Бокссылар был юлы икенсегә осраша. Тәүге осрашыу 2010 йылдың көҙөндә булды, ул ваҡытта 12 раундлы ҡаршылыҡ һөҙөмтәләре буйынса үтә бәхәсле тигеҙ иҫәп теркәлде: был ярышты ҡараған Рәсәй һәм сит ил күҙәтеүселәре, бокс белгестәре, Шафиҡов визавиһына ҡарағанда күпкә көслөрәк булыуын күрһәтте һәм еңеүгә лайыҡ ине, тигән фекерен белдерҙе. Әммә судъялар икенсе фекерҙе ҡеүәтләне, һәм WBA Интерконтиненталь чемпион титулы Заморала ҡалды. Бөгөн Денис Шафиҡовтың үҙ ерендә реванш алырға бик яҡшы мөмкинселеге бар.

Бокс кисәһе 19 сәғәттә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть