5 декабрь, Дүшәмбе

31 май 2012 йыл, 10:38

Өфөлә Р.Нуриев исемендәге XVIII Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале асылды

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Адольф Адандың «Корсар» балеты премьераһы менән Рудольф Нуриев исемендәге XVIII Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале асылды.

Йола буйынса, фестивалде асыр алдынан театр етәкселәре, артистар һәм ҡала ҡунаҡтары Рудольф Нуриев барельефына сәскәләр һалды.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Нуриев фестивале тәүгә «Сочи-2014» мәҙәниәт олимпиадаһы сиктәрендә үтә.

— Был премьераға тоташ миҙгел дауамында әҙерләндек, — тине фестивалдең художество етәксеһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Леонора Ҡыуатова. — «Корсар» спектакле, «Аҡҡош күле» йәки «Жизель» кеүек үк, мәңгелек.

Фестиваль ҡунаҡтарын һәм артистарҙы республика Президенты Рөстәм Хәмитов сәләмләне. Ул балетты сәхнәгә ҡуйыусы Юрий Григоровичҡа рәхмәт әйтте һәм оҫтаның беҙҙең театр менән артабан да хеҙмәттәшлек итәсәгенә ышанысын белдерҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рудольф Нуриев иҫтәлегенә арналған балет сәнғәте фестивале Өфөлә 1993 йылдан үткәрелә. Нәҡ Башҡортостан баш ҡалаһында 1955 йылда ул тәүгә сәхнәгә сыға.

«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, фестиваль программаһына театрҙың дүрт балеты индерелгән. 31 майҙа  - йәнә «Корсар», 2 июндә — «Жизель», 3 июндә «Аҡҡош күле» спектаклдәре ҡуйыла.

4 июндә Рәсәй балеты йондоҙҙарының концерты үтә. 5 июндә — «Баядерка», 6 июндә — «Дон Кихот» спектаклдәре ҡуйыла. Фестиваль 7 июндә донъя сәхнәһе йондоҙҙары һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының иң яҡшы бейеүселәре ҡатнашлығындағы ҙур гала-концерт менән тамамлана.