Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.27 ↓

EUR 69.66 ↑

21 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

«Forbes» версияһы буйынса Өфө бизнес менән шөғөлләнеү өсөн иң уңайлы ҡалалар рейтингында икенсе урында тора

Иҡтисад

«Forbes» журналы бизнес алып барыу өсөн Рәсәйҙең иң яҡшы 30 ҡалаһы рейтингын баҫтырып сығарҙы. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн иң яҡшы ҡалалар рейтингын «Forbes» дүртенсе тапҡыр төҙөй. Быйыл унда тәүге тапҡыр Мәскәү менән Санкт-Петербург иҫәпкә алынған — улар 30 ҡаланан торған исемлектең иң аҙағында килә. Мәскәү — 27-се, Петербург 29-сы урын биләй. Рейтинг төҙөгәндә беренсе тапҡыр уҡыусылар менән үткәрелгән һорау алыу һөҙөмтәләре лә иҫәпкә алынған. Иң бәләкәй административ баҫымлы, һалым чиновниктары бизнесҡа толерантлыҡ һаҡлаған, финанс ярҙам алыу мөмкинлеге булған ҡалалар алдынғылар рәтенә күтәрелгән

Исемлек Сочи ҡалаһы менән башлана. Өфө менән Силәбе икенсе һәм өсөнсө урын алған.

Беренсе тиҫтәгә йәнә Төмән, Түбәнге Новгород, Екатеринбург, Махачкала, Ҡазан, Улан-Удэ һәм Краснодар ингән. 30 ҡаланан торған исемлек Дондағы Ростов менән тамамлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть