3 декабрь, Шәмбе

31 май 2012 йыл, 9:25

Башҡортостан Президенты Нефть химияһы һәм катализ институты коллективы менән осрашты

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Олег Яровиков

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов химия производствоһын Башҡортостан өсөн иң перспективалы сәнәғәт тармағы булараҡ билдәләне. Был турала ул кисә Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө Нефть химияһы һәм катализ институты хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙа белдерҙе.  

— Химия производствоһы – ҙуры, уртасаһы, бәләкәйе — бөгөн беҙҙең республика ошо юлдан ғына йылдам үҫешә ала. Башҡортостандағы кеүек ошондай икенсе нефть химияһы комплексы юҡ, — тине Президент.    

Коллектив менән әңгәмәгә тиклем институт буйлап экскурсия үткәрелде, уның барышында Нефть химияһы һәм катализ институты директоры Усеин Джемилев ғалимдарҙың уникаль эшләнмәләре тураһында һөйләне, үҙҙәренең ниндәй шарттарҙа эшләүен, ниндәй фондтарға эйә булыуын күрһәтте.

— Бында күргәндәрем рухландыра. Тимәк, беҙҙә тотороҡло, һөҙөмтәле һәм перспективалы эшләй алған коллективтар бар әле, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов, хәҙерге Рәсәй өсөн был академик институттың тыштан да, эске яҡтан да лайыҡлы күрһәтелгән «үтә һирәк практика» булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып.  

— Дөрөҫөн әйткәндә, әлбиттә, фән бөгөн бик ауыр хәлдә, — тине Президент.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, республиканың тулайым төбәк продуктында фәндең өлөшө бик бәләкәй. Бөгөнгө көндә ул ни бары 0,8 процентты, йәғни 7,5 млрд һум самаһын тәшкил итә.

— Фәнһеҙ, тикшеренеүҙәрһеҙ, лабораторияларҙан тыш үҫешә алмаясағыбыҙ аңлашыла, — тине Башҡортостан Президент һәм фәнни берләшмәгә бөтә яҡлап ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.

Осрашыу аҙағында Рөстәм Хәмитов институт хеҙмәткәрҙәренең бихисап һорауҙарына яуап бирҙе.