Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.21 ↓

EUR 63.62 ↑

25 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан Президенты Указы менән кадрҙар буйынса комиссия булдырылды

Сәйәсәт

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы кадрҙар буйынса комиссия булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Был – дәүләт граждан хеҙмәтенең дәүләт һәм етәксе вазифаларына, шулай уҡ республика ҡарамағындағы ойошмалар етәкселәре вазифаһына тәғәйенләү өсөн кандидаттар һайлау менән шөғөлләнәсәк коллегиаль кәңәшмә органы, тип хәбәр иттеләр Президенттың матбуғат хеҙмәтенән.

Республика дәүләт органдарына һәм урындағы үҙидара органдарына кадрҙар мәсьәләһе буйынса тәҡдимдәр әҙерләү, төбәктең кадрҙар сәйәсәте буйынса башҡа көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү шулай уҡ комиссия бурыстарына инә.

Комиссия эшенә ғалимдарҙы, йәмәғәтселек вәкилдәрен, бойондороҡһоҙ эксперттарҙы йәлеп итеү планлаштырыла.

Кадрҙар буйынса комиссия составында – 17 кеше. Уның рәйесе булып республика Президенты Рөстәм Хәмитов сығыш яһай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть