4 декабрь, Йәкшәмбе

30 май 2012 йыл, 17:22

2012 йылда төбәктә 36 урман янғыны теркәлгән

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда 2012 йылда янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып 36 урман янғыны теркәлгән. Дөйөм алғанда 205,31 гектар майҙанды ут ялмаған.

Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, янғындарҙың күпселеге кеше факторы арҡаһында сыҡҡан.

Шулай итеп, 2012 йылда 36 янғындың 15-е – кешенең ут менән һаҡһыҙ эш итеү сәбәпле, дүртәүһе – ойошмалар ғәйебе буйынса, тағы икәүһе баҫыуҙарҙағы ҡамылды яндырыу, береһе йәшен арҡаһында сыҡҡан. Ҡалған 16 янғындың ни сәбәпле сығыуы әле асыҡлана.

Әлеге ваҡытта Башҡортостандың урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең урмандарҙы күҙәтеү эшмәкәрлеге көсәйтелә. Мәҫәлән, үткән тәүлек эсендә генә 1100 кеше урмандарҙы күҙәтеүҙә ҡатнашҡан.