10 декабрь, Шәмбе

30 май 2012 йыл, 16:51

Баш ҡалала Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған социаль форум үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә ҡарата ойошторолған «Социаль форум – 2012» 1 июндә 15 сәғәттә Салауат Юлаев майҙанында үтә.

Был көндө сәхнәлә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар сығыш яһай, шулай уҡ педагогия университетының ижади коллективтары үҙҙәренең йыр-бейеүҙәре менән ҡыуандырасаҡ. Бынан тыш, сарала балалар һүрәттәре күргәҙмәһен ойоштороу, ҡурсаҡ театры спектаклен күрһәтеү планлаштырыла.

Бындай сара үткәреү башланғысы менән профессор Рәхимә Аслаева етәкселегендәге социаль педагогика һәм психология кафедраһы һәм уҡыу йортондағы Педагогика институтының коррекцион бүлеге сығыш яһаны, тип хәбәр иттеләр университеттан.

Социаль форум – Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән балалыҡты яҡлау маҡсатында ойошторолған берҙән-бер сара түгел. Буласаҡ уҡытыусылар юғары уҡыу йортоноң ғына түгел, ҡала һәм республиканың да йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша.

Форумды ректор Раил Әсәҙуллин аса. Шулай уҡ сарала Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Өфө хакимиәте вәкилдәренең ҡатнашыуы көтөлә.