Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан һәм Италия предприятиелары араһында партнерлыҡ мөнәсәбәттәре киңәйтеләсәк

Иҡтисад

Сәнәғәт округтары, бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендә хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй-Италия Эш төркөмөнөң бөгөн Өфөлә үткән ХХ ултырышына комментарий биреп, Рөстәм Хәмитов, республикала бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса эшмәкәрлекте әүҙемләштереүҙе иҫәпкә алып, «Италия бизнесы тәжрибәһенең, яңы итальян компанияларының беҙҙең төбәк өсөн мөһим» булыуын билдәләне.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, Италияның танылған иҡтисад йүнәлештәренең күпселеге: аҙыҡ-түлек сәнәғәте, банк эше, ресторан бизнесы, логистика, транспорт – Башҡортостанды һәр яҡлап үҫтереү өсөн быларҙың барыһы ла кәрәк.

Италия яғына нефть химияһы кластерҙарын булдырыуҙа ҡатнашырға, шулай уҡ нефть эшкәртеүсе ҡорамалдар етештереү өсөн уртаҡ предприятиелар булдырырға тәҡдим ителәсәк, тип өҫтәне республика башлығы.

Үҙ сиратында, Италия Иҡтисади үҫеш министрлығының Сит илдәрҙә итальян компанияларын тәҡдим итеү һәм сауҙа әйләнешен үҫтереү буйынса департаменты генераль директоры Пьетро Чели, «ике ил – Рәсәй һәм Италияның хеҙмәттәшлеге – ул Мәскәү менән Рим араһындағы мөнәсәбәттәр түгел, ә был илдәрҙең төбәктәре араһында конструктив диалог», тип билдәләне.

Пьетро Чели фекеренсә, Италия менән Башҡортостан араһында бер-береһен тулыландырған йүнәлештәр күп. Шулай итеп, Башҡортостан сеймал етештерһә, Италия уны эшкәртә.

Бынан тыш, химия һәм эшкәртеү сәнәғәте өлкәләрендәге уртаҡ проекттар, шулай уҡ Башҡортостан һәм Италияның бәләкәй һәм урта предприятиелары араһында партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен булдырыу хеҙмәттәшлекте киңәйтеү өсөн яңы йүнәлештәр була ала.

— Мин Италия һәм Башҡортостан иҡтисадтарының бер-береһен тулыландыра алыу ҡеүәтенә эйә булыуы хаҡында әйтәм. Һәм түбәндәге мәғлүмәт менән таныштырырға теләр инем: Башҡортостандан Италияға индерелгән продукцияның 90 проценты  - нефть химияһы продукттары. Үҙ сиратында, Италиянан Башҡортостанға индерелгән продукцияның 80 проценты – ул нефть химияһы сәнәғәте һәм башҡа тармаҡтар өсөн ҡорамалдар. Тимәк, яңынан булдырырға түгел, ә был һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте нығытырға һәм үҫтерергә кәрәк, — тине Пьетро Чели.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть