3 декабрь, Шәмбе

30 май 2012 йыл, 14:48

Республикала Сыуашстан мәҙәниәте көндәре башланды

автор: Людмила Терновая

Башҡортостанда Сыуашстан мәҙәниәте көндәре башланды. 30 майҙан 1 июнгә тиклем Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларының, Бишбүләк, Ауырғазы райондарының театр һәм мәҙәниәт һарайы сәхнәләрендә спектаклдәр, концерт программалары күрһәтелә, музей һәм китапханаларҙа күргәҙмәләр һәм презентациялар ойошторола. Шулай итеп, бөгөн Стәрлетамаҡта Сыуашстандың К.Иванов исемендәге «Ялта» дәүләт академия драма театрының спектакле күрһәтелә. Саҡмағош районында Сыуашстан дәүләт академия йыр һәм бейеү ансамбле концерты үтә.

31 майҙа Өфөлә үтәсәк «Нарспи» беренсе сыуаш мюзиклы премьераһы республикала Сыуашстан мәҙәниәте көндәренең төп ваҡиғаһы буласаҡ. Мюзикл Башҡортостандың Бәләбәй районы Ыҫлаҡбаш ауылында тыуған сыуаш әҙәбиәте классигы Константин Иванов әҫәре буйынса ҡуйылған. Сыуашстанда спектакль һуңғы йылдарҙың сағыу ваҡиғаларының береһенә әүерелде.

Мәҙәниәт көндәрендә Сыуашстандың 300-гә яҡын сәнғәт эшмәкәре ҡатнаша. Бындай сараны үткәреү беҙҙең төбәктә милли мәҙәниәттәрҙең үҫешенә, Сыуашстан менән Башҡортостан араһында бәйләнештәрҙе нығытыуға булышлыҡ итәсәк, тип иҫәпләй ойоштороусылар. Һуңғы тапҡыр Башҡортостанда Сыуашстан әҙәбиәте һәм мәҙәниәте көндәре 1982 йылда үткәрелгәйне.