Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Бәләбәйҙән күп балалы ғаиләләр «Ата-әсәлек даны» ордены менән наградланды

Сәйәсәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй ҡалаһында йәшәүсе күп балалы ғаиләләр «Ата-әсәлек даны» ордены менән наградланды. Был юғары дәүләт наградаһына улар «балалар тәрбиәләүҙә һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуҙа күрһәткән хеҙмәте өсөн» лайыҡ булды, тиелә документта. Наградланыусылар – Бәләбәй ҡалаһы ҡала биләмәһенең «Үҙәк мәҙәниәт һарайы» муниципаль автономиялы мәҙәниәт учреждениеһының рус халыҡ инструменттары оркестры халыҡ коллективы дирижеры Павел Крылов һәм Бәләбәй ҡалаһы ҡала биләмәһенең «Үҙәк мәҙәниәт һарайы» муниципаль автономиялы мәҙәниәт учреждениеһының «Йылға» ансамбле халыҡ коллективы хормейстеры Зинаида Крылова; «СтройСнабСервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең инженер-энергетигы Владимир Щукин һәм «Бәләбәй ҡалаһының 1-се гимназияһы» муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһының бейеү түңәрәге етәксеһе Надежда Щукина.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть