9 декабрь, Йома

30 май 2012 йыл, 11:44

Рөстәм Хәмитов: «Италия партнерҙары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә теләйбеҙ»

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 30 майҙа Өфөлә асылған сәнәғәт округтары, бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендә хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй-Италия Эш төркөмөнөң ХХ ултырышында ҡатнашты.

— Бөгөнгө форум беҙҙең илдәрҙең хеҙмәттәшлек итеүҙе нығытырға һәм үҙ-ара аңлашыуҙы үҫтерергә теләүен тағы ла бер тапҡыр күрһәтте. Эш төркөмө ултырышына Италиянан, Рәсәйҙең 20 төбәгенән вәкилдәр килде. Йәнә 400-ҙән ашыу ҡатнашыусы форумда беҙҙең республика исеменән сығыш яһай. Бындай файҙалы аралашыу яңы проекттарҙы тормошҡа ашарыуға булышлыҡ итер, тип ышанам, — тине «юбилейлы» ултырышты асыу тантанаһында Рөстәм Хәмитов.

Президент һүҙҙәренсә, Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының ҙур, йылдам үҫешкән субъекттарының береһе булып тора. Шуныһы мөһим: бизнес өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте артабан әүҙем үҫтереү өсөн төбәктә барлыҡ кәрәкле база бар.

Әлеге ваҡытта республикала Италия бизнесының өлөшө ҙур түгел. Рөстәм Хәмитов фекеренсә, төбәккә «Италия бизнесының әүҙем килеүе кәрәк». Бының өсөн барлыҡ мөмкинлектәр ҙә бар.

Хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре араһында – химия, нефть эшкәртеү, урман сәнәғәте, мебель етештереү, шулай уҡ юл һәм торлаҡ төҙөлөшө.

— Башҡортостан инвестицион хәүефһеҙлек кимәленең юғары булыуы менән айырыла. Инвесторҙар өсөн уңайлы мөхит булдырабыҙ. Мин үҙем, республика Хөкүмәте – Башҡортостанда эшләгән бизнестың ярайһы кимәлдә яҡлаулы булыуы өсөн яуап бирәсәкбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Бөгөн пленар ултырыш һәм биш түңәрәк өҫтәл үтә.

«Төҙөлөш һәм биҙәү материалдары өлкәһендә яңы технологиялар, экотехнологиялар һәм материалдар, ағас эшкәртеү, мебель, интерьер әйберҙәрен етештереү, дизайн һәм архитектура» исемле түңәрәк өҫтәлдә иң күп ҡатнашыусы – 150-нән ашыу кеше – теркәлгән.

Яҡынса 120 кеше «Аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә яңы технологиялар, ауыл хужалығы продукцияларын эшкәртеү һәм һаҡлау технологиялары, ҡаптарға төрөү, туңдырыу, логистика, ресторан бизнесы» исемле түңәрәк өҫтәлдә ҡатнаша.

Ҡалған түңәрәк өҫтәлдәрҙә лә ҡыҙыҡлы проекттар тикшереләсәк. Һүҙ, тәү сиратта, традицион һәм альтернатив энергетика өлкәһендә хеҙмәттәшлек, медицина өлкәһендә яңы технологиялар хаҡында бара.