Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө Рәсәй-Италия Эш төркөмөнөң ХХ ултырышында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә

Иҡтисад

Өфөлә 30 майҙа сәнәғәт округтары, бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендә хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй-Италия Эш төркөмөнөң ХХ ултырышы асыла. Төп саралар ике көн дауамында Өфөнөң Конгресс-холында үтә.

Юбилейлы ултырышта ҡатнашыу өсөн 500-ҙән ашыу кеше килде, шуның 100-ҙән ашыуы – Италия Республикаһынан, 80-е – Рәсәй Федерацияһы субъекттарынан. 350 кеше Башҡортостан Республикаһынан ҡатнашыусы булараҡ теркәлде.

Ултырыштың пленар өлөшөндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың һәм башҡа рәсми кешеләрҙең ҡатнашыуы көтөлә.

Төп пленар ултырыштан тыш, бөгөн биш түңәрәк өҫтәл үтә. Республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ҡарамғында Эшлекле бәйләнештәр биржаһы ойошторола.

31 майҙа «Рәсәй һәм Италияның бәләкәй һәм урта предприятиелары араһында финанс-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ярҙам итеү механизмдары» семинары үтә, шулай уҡ Эш төркөмөнөң ХХ ултырышы Протоколына, килешеүҙәргә һәм меморандумдарға ҡул ҡуйыу планлаштырыла.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, барлыҡ эшҡыуарҙар тематик секциялар буйынса бүленде. Эшлекле бәйләнештәр биржаһында ҡатнашыуҙан тыш, Италия ҡунаҡтары Башҡортостандың бер нисә сәнәғәт предприятиеһына барасаҡ.

1 июндә Рәсәй-Италия Эш төркөмөнөң ХХ ултырышы үҙ эшен тамамлай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть