4 декабрь, Йәкшәмбе

30 май 2012 йыл, 9:46

Рөстәм Хәмитов инвестиция проекттарына ярҙам итеү буйынса комиссияны етәкләй

автор: Сергей Захаров

29 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең указы менән өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тикшереү һәм уларға ярҙам итеү буйынса Хөкүмәт комиссияһы составын раҫланы. Уның рәйесе булып республика башлығы сығыш яһай.

Хөкүмәт комиссияһы составына 18 кеше инде. Комиссия өҫтөнлөклө инвестиция проекттарына дәүләт ярҙамы буйынса тәҡдимдәр индерә, шулай уҡ ер участкаларын һайлау һәм рәсмиләштереү, инженерлыҡ-транспорт инфраструктураһын үҫтереү, документация әҙерләү һәм раҫлауға бәйле мәсьәләләрҙе тиҙ хәл итеү буйынса потенциаль инвесторҙарға булышлыҡ итә, күҙәтеү органдары менән үҙ-ара килешеп эш итеүҙә ярҙам итә.

Башҡортостанда инвестиция проектын тормошҡа ашырырға планлаштырған инвестор республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индереү тураһында ғариза ебәрә. Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы ыңғай хәл итһә, проект дәүләт ярҙамына дәғүә итә ала.

Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары өсөн капиталь һалыуҙар формаһында инвестициялар күләме 100 миллион һумдан да кәм булмаҫҡа тейеш. Медицина техникаһы изделиеларын һәм фармацевтика продукцияһын, юғары һәм мәғлүмәт технологияларын етештереү өлкәһендәге проекттарға был талап ҡағылмай.

Хөкүмәт комиссияһы ултырыштары кварталға кәм тигәндә бер тапҡыр үткәрелә, тип хәбәр иттеләр республика Президентының матбуғат хеҙмәтенән.