9 декабрь, Йома

29 май 2012 йыл, 18:19

Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы өс тапҡырға арттырылды

автор: Эльмира Сабирова

Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт йәштәр премияһы өс тапҡырға арттырылды. Хәҙер уның күләме 150 мең һумға етте. Был турала БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында хәбәр иттеләр.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, премия республиканың фәнни ҡеүәтен үҫтереү һәм иң һәләтле йәштәрҙе дәртләндереү маҡсатында 2002 йылда Башҡортостан Республикаһының Министрҙар Кабинеты менән булдырылды. Йыл һайын тәбиғи, техник һәм гуманитар фәндәр өлкәһендә өс премия тапшырыла. 11 йыл эсендә 17 йәш ғалим һәм 10 коллектив лауреат исемен алды.

Дәүләт республика йәштәр премияһына дәғүә итеүгә ғилми хеҙмәткәрҙәр, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, аспиранттар, докторанттар, шулай уҡ айырым да, авторҙар коллективы составында ла (5 кешегә тиклем) халыҡ хужалығы белгестәре күрһәтелә ала. Уларҙың йәше 35-тән үтмәҫкә тейеш.

Дәүләт премияһына күрһәтелгән фәнни тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре, дәүләт серенә ҡараған мәғлүмәттәрҙән тыш, матбуғатта донъя күрергә тейеш.

Дәүләт премиялары лауреаттарға йола буйынса Республика көнө алдынан тапшырыла.

Эштәр 1 апрелдән 1 июлгә тиклем Өфө, Ленин урамы, 10, 27-се бүлмә адресы буйынса БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының иҡтисади программалар һәм йәштәр мәшғүллеге бүлегендә ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 251-57-11.

темалар: премиялар