Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Законһыҙ ағас ҡырҡыусылар республиканың урман хужалығына 6,6 млн һумлыҡ зыян килтергән

Иҡтисад

2012 йылдың тәүге дүрт айында рөхсәтһеҙ эшләгән урман ҡырҡыусылар Башҡортостандың урман хужалығына 6,6 миллион һум күләмендә зыян килтергән. Бер йыл элек был күрһәткес республикала 16,6 миллион һумға тиң ине.

Бөгөн матбуғат конференцияһында Башҡортостандың урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин белдереүенсә, ағымдағы йылда асыҡланған законһыҙ ағас әҙерләү күләме 1650 кубометрҙан ашып киткән, уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда был бер ярым тапҡырға аҙыраҡ.

Законһыҙ ағас әҙерләүҙең иң «рекордлы» осрағы 2012 йылда Ишембай районында теркәлгән. Бында, Маҡар урмансылығы биләмәһендә, «һоро утын ҡырҡыусылар» менән бер юлы 100 кубометр ағас әҙерләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть