11 декабрь, Йәкшәмбе

29 май 2012 йыл, 17:05

Өфөлә Ғабдулла Туҡай иҫтәлегенә арналған кисә үтте

автор: Алик Шакиров | фото: Фәнил Абдуллин

Йома, 25 майҙа, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙың Өфөгә килеүенә 100 йыл тулыуға арналған шиғриәт кисәһе үтте. Байрамды Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Риф Тойғонов асып ебәрҙе. Ул тамашасыларға Ғабдулла Туҡайҙың 1912 йылда ике тапҡыр Өфөлә булыуы, уның Мәжит Ғафури, башҡа башҡорт шағирҙары һәм яҙыусылары, урындағы интеллигенция вәкилдәре менән осрашыуы, ҡымыҙ менән дауаланыуы тураһында һөйләне.

Кисәлә Башҡортостандың танылған шағирҙары – Абдулхаҡ Игебаев, Ҡәҙим Аралбаев, Хәсән Назаров, Ирек Кинйәбулатов, Йомабикә Ильясова, Тамара Искәндәриә, Хәлисә Мөҙәрисова, Салауат Рәхмәтулла, Рәдиф Тимершин, Риф Мифтахов, Дамир Шәрәфетдинов, Марис Назиров һәм башҡа бик күп әҙиптәр ҡатнашты. Улар үҙҙәренең Ғабдулла Туҡайға бағышланған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

Татарстан әҙәбиәте вәкилдәре – ТР Яҙыусылар союзы рәйесе Рәфис Ҡорбанов, Татарстандың халыҡ шағиры Рәдиф Ғаташ, күренекле драматург Данил Сәлихов Туҡай иҫтәлегенә арналған кисәнең хөрмәтле ҡунаҡтары булды. Шулай уҡ кисәлә Дағстандан килгән ҡунаҡ – ҡумыҡ телендә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар журналы мөхәррире Рухият Устарханова үҙ телендә ялҡынлы сығышы менән тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы. Ул Ғабдулла Туҡай ижадының барлыҡ төрки халыҡтар өсөн ҙур әһәмиәте тураһында һөйләне.

Башҡорт дәүләт филармонияһы артистарының йырҙары һәм бейеүҙәре, шулай уҡ Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультеты студенттарының концерт номерҙары кисәгә йәм өҫтәне.

Йола буйынса, Ғабдулла Туҡайға арналған барлыҡ саралар «Туған тел» йырын башҡарыу менән тамамлана. Әлеге сара аҙағында ла Туҡай һүҙҙәренә яҙылған матур йыр яңғыраны.