10 декабрь, Шәмбе

29 май 2012 йыл, 17:45

Өфөлә етем балалар өсөн байрам ойошторола

автор: Эльмира Сабирова

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Өфөнөң Нефтехимиктар мәҙәниәт һәм ял паркында балалар байрамы ойошторола. Етемдәр һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар уның төп ҡунаҡтары буласаҡ. Байрам Өфө хакимиәтенең Опека һәм попечителлек идаралығы инициативаһы менән ойошторола.

Ойоштороусыларҙың хәбәр итеүенсә, балаларға конкурстар, уйындар, аттракциондарҙа йөрөү һәм бүләктәр менән күңелле шоу-программа әҙерләнгән.

Шулай уҡ «Химик» мәҙәниәт һарайында балаларҙы тәрбиәгә алған ғаиләләр өсөн ҡала форумы үткәреләсәк. Унда ата-әсәләр Идаралыҡтың һәм «Ғаилә» үҙәгенең белгестәренә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирә һәм төплө яуап ала аласаҡ.

Байрам Калинин урамы, 26 адресы буйынса төшкө сәғәт 12-лә башлана.