10 декабрь, Шәмбе

29 май 2012 йыл, 16:37

БР мосолмандарының Диниә назаратында кейемдә ислам стиле мәсьәләләренә арналған түңәрәк өҫтәл үтте

автор: Әминә Еникеева

29 майҙа Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назаратында түңәрәк өҫтәл үтте, унда кейемдә ислам стиле мәсьәләләре тикшерелде.

Түңәрәк өҫтәлдә Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһын тамамлаусылар, дизайнерҙар Римма Байтимерова, Лилиә Ишмөхәмәтова, Гүзәл Ҡарасованың эштәре тәҡдим ителде. Уларҙың мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының кейемдәренән торған коллекцияһы – күлдәктәр, яулыҡтар, итәктәр, баш кейемдәре – түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларға ныҡ тәьҫир итте.

Дин һәм бизнес вәкилдәре шәхси предприятиелар форматында бындай кейем етештереүҙе ойошторорға ниәтләүен белдерҙе.