3 декабрь, Шәмбе

29 май 2012 йыл, 16:02

«Урал моңо – 2012» конкурсында Ҡаҙағстандан Нурбол Балапанов Гран-при яуланы

автор: Эльмира Сабирова

XVI «Урал моңо-2012» халыҡ-ара төрки йәштәренең музыкаль ижады конкурс-фестивалендә Ҡаҙағстандан Нурбол Балапанов Гран-при яуланы. Өфөлә өс көн дауамында барған йыр бәйгеһе лидерына диплом, «Урал моңо» стелаһы һәм «Төрксой» халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы менән булдырылған төп приз — өс мең АҠШ доллары бирелде.

Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһынан Эльдар Атмырҙаев, Тыванан Надежда Ҡуулар һәм Ҡаҙағстандан «New Boys» төркөмө беренсе дәрәжә лауреаттары булды.

Икенсе урында – Башҡортостандан  «Латин кварталы» төркөмө, Дағстандан Мурза Алесгендеров һәм Тыванан Салчак Борбак-оол.

Ҡырғыҙстандан Зөһрә Шайдылдаева, Башҡортостандан Иҙел Аралбаев һәм «Арғымаҡ» төркөмө өсөнсө булды.

Виталий Очиров (Саха) – «Абай Әмирханов исемендәге махсус приз»ға, Саламат Аяпов (Үзбәкстан) милли традицияларҙы һаҡлаған өсөн махсус призға лайыҡ булды.

Конкурс-фестивалдә 12 республика һәм төбәктән вәкилдәр ҡатнашты. Киләһе «Урал моңо» йыр бәйгеһе 2014 йылда үтә.