11 декабрь, Йәкшәмбе

29 май 2012 йыл, 14:55

Ҡариҙел районында үтәсәк велоуҙыш Бөтә донъя тәмәкенән баш тартыу көнөнә арнала

автор: Людмила Терновая

31 майҙа Ҡариҙел районында Бөтә донъя тәмәкенән баш тартыу көнөнә арналған велоуҙыш үтә. Спорт байрамы сәләмәт тормошто популярлаштырыу маҡсатында үткәрелә. 19 сәғәттә халыҡ биш километрлыҡ маршрутта көс һынашыу өсөн йыйыла. Район хакимиәтенең Физкультура һәм спорт буйынса комитеты начальнигы Вячеслав Симиряков был юлдың осраҡлы һайланмауы хаҡында әйтте.

— Асфальт түшәлгән, тигеҙ юл райондың иң матур урындарының береһе — Ҡариҙел йылғаһы буйында урынлашҡан. Шуға күрә уҙыш файҙалы ғына түгел, күңелле лә булмаҡсы, — тип һөйләне Вячеслав Симиряков.

Велоуҙыш сиктәрендә конкурстар һәм уйындар үткәреү планлаштырыла. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса төрлө номинацияларҙа еңеүселәрҙе тәбрикләү ҡарала.