Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 63.01 ↓

26 май, Йома

Уфа   °

Өфөлә «Startup-Һабантуй» көтөлә

Йәмғиәт

Өфөлә 8-9 июндә «Startup-Һабантуй»  фестивале үткәрелә. Уның сиктәрендә Башҡорт дәүләт университетына Ҡазан IT-паркы эксперттарының килеүе көтөлә. Перспективалы IT-стартаперҙарҙы эҙләү — уларҙың төп маҡсаты. «Startup-Һабантуй» бығаса Ижевскиҙа, Йошкар-Олала, Чебоксарҙа, Түбәнге Новгородта, Саранскиҙа, Пензала һәм Һамарҙа үткән.

Фестиваль программаһы ике саранан тора. IT-тармаҡты үҫтереү мөмкинлектәре һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә карьера төҙөү тураһындағы бушлай лекцияны IT-парк директоры урынбаҫары Рәмил Ибраһимов уҡыясаҡ. Был сара 01-се аудиторияла (БашДУ-ның физика-математика корпусы)  сәғәт 10-да башлана.

Төп ваҡиға — StartUp-Һабантуй сессияһы – 9 июнгә билдәләнгән. Теләге булғандарҙың барыһы ла проекттарының презентацияһын үткәреп, IT-парк һәм уның партнерҙары ярҙамында донъя күләмендәге инвестицияларға һәм экспертизаға сығырға мөмкинлек аласаҡ.  

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть