4 декабрь, Йәкшәмбе

29 май 2012 йыл, 13:40

Салауат Сәғитов: «БДИ һөҙөмтәләренең ҡайтанан ҡаралыуы ихтимал»

автор: Розалия Вәлиева

— Әгәр дәүләт имтиханының баһаһы мәктәптә уҡыған аралағы уртаса баһанан күпкә юғары икән, БДИ һөҙөмтәләренең ҡайтанан ҡаралыуы ихтимал, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов БЮТ телеканалында тура эфирҙа барған «Власть менән һөйләшеү» программаһында.

Бынан тыш, Салауат Сәғитов БДИ тапшырыу процедураһын боҙған һәм йәмәғәт күҙәтеүселәр иҫәбен арттырған өсөн штрафтарҙың 200 мең һумға тиклем арттырылыуы тураһында хәбәр итте.

— Республикала Берҙәм дәүләт имтихандары барышын Рәсәйҙең Фән һәм мәғариф өлкәһендәге контроль һәм күҙәтеү идаралығы вәкилдәре лә контролдә тотасаҡ. Уҙған йыл эсендә мәктәп педагогтары һәм директорҙары менән ҙур эш үткәрелде, ҡағиҙә боҙоуҙар булмаҫҡа тейеш. Сөнки БДИ-ның төп маҡсаты – объектив мәғлүмәт алыу, — тип билдәләне вице-премьер.

Тура эфир барышында Стәрлетамаҡ менән телекүпер ойошторолдо, call-үҙәк эшләне, телевизор ҡараусылар БЮТ телеканалының сайтында ла һорауҙарын ҡалдыра алды.

Мөрәжәғәт итеүселәрҙең береһе, рус балалары ҡасан башҡорт телен өйрәнеүҙән туҡтаясаҡ, тип ҡыҙыҡһынды.  

— Быйылғы уҡыу йылында яңы дәүләт мәғариф стандарттары үҙ көсөнә инде, — тине Салауат Тәлғәт улы. – Туған телдәрҙе өйрәнеүгә сәғәттәр аҙ бүленгән. Киләһе уҡыу йылында 1 һәм 2 класс уҡыусылары яңы стандарт буйынса уҡыясаҡ, ә 3-11 класс уҡыусылары башҡорт телен раҫланған программа буйынса өйрәнеүен дауам итәсәк.

Салауат Сәғитов әйтеүенсә, бында телде нисек һәм ниндәй алымдар менән уҡытыу мөһим. Дәрестәр балалар өсөн ҡыҙыҡлы булырға тейеш. Мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеү һаман бәхәстәр тыуҙыра. Әммә кеше икенсе халыҡтың телен өйрәнә икән, уға уның традициялары һәм мәҙәниәте лә аңлайышлы буласаҡ. Был осраҡта республика Хөкүмәте менән Мәғариф министрлығы халыҡҡа башҡорт телен өйрәнеүҙең башҡа фәндәргә бүленгән сәғәттәрҙең ҡыҫҡарыуына килтермәүен аңлатырға тейеш.

Ата-әсәләрҙе уҡыу әсбаптары менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә борсой. Улар вице-премьерҙан, мәктәп китапханаһында кәрәкле китаптар булмағанда нимә эшләргә, тип ҡыҙыҡһынды.

— Йыл һайын республикала бер уҡыусыға бюджеттан 600 һум бүленә. Был сумма бөтә уҡыусыларҙы ла база компонентына ингән китаптар менән тәьмин итеүгә етә. Әгәр уҡытыусы үҙенең методикаһы буйынса эшләй икән, китаптар һатып алыу мәсьәләһе ата-әсәләр йыйылышында хәл ителергә тейеш, — тип яуап бирҙе Салауат Сәғитов.

темалар: мәғариф