Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.08 ↓

EUR 68.00 ↑

21 июль, Йома

Уфа   °

Сибай «Ирәндек батыры-2012» республика спорт фестиваленә әҙерләнә

Йәмғиәт

1-2 июндә Сибайҙа Рәсәйҙең 1812 йылдағы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуға арналған «Ирәндек батыры — 2012» беренсе республика спорт фестиваленең финалы үтәсәк.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында әйтеүҙәренсә, фестиваль 16-18 йәштәгеләр һәм 19 йәштән өлкәндәр төркөмө буйынса үткәрелә. Ярыш программаһында көрәш, еңел атлетика кросы, пневматик мылтыҡтан атыу күрһәтелгән.

Һәр төркөмдән беренсе-бишенсе урын алған ҡатнашыусылар ойоштороу комитетының дипломдары һәм ҡиммәтле бүләктәре менән наградланасаҡ. Бынан тыш, һәр төркөмдөң төп еңеүсеһенә бүләккә ат тапшырыласаҡ. Дөйөм бүләк фонды 200 мең һумдан ашыу суммаға тиң.

Фестиваль БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Сибай хакимиәте менән ойошторола.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть