7 декабрь, Шаршамбы

29 май 2012 йыл, 11:43

Милана Скоробогатова республиканың бала йорттарын тамамлаусыларҙы ҡабул итте

автор: Людмила Терновая

Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова РФ Президентының БР-ҙағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашты. Уға Башҡортостандың биш бала йортонан ун кеше мөрәжәғәт итте. Йәштәрҙе ҡабул итеү Волга буйы федераль округының «Бала саҡты ҡайтарыу» проекты сиктәрендә ойошторолдо һәм бала йорттарына ярҙам итеүгә, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың социаль яраҡлашыуына йүнәлтелде.

Мәктәпте тамамлаусылар уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү, белем алыу, артабан эшкә урынлашыу мәсьәләләрен ҡуҙғатты.

Алдағы йылда РФ Торлаҡ кодексына граждандарҙың айырым категорияларын, шул иҫәптән етемдәрҙе, торлаҡ менән тәьмин итеү тәртибе йәһәтенән үҙгәрештәр индереү планлаштырыла, тип хәбәр итте Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил. Улар өсөн бушлай торлаҡ төҙөү ҡарала. Бының өсөн 23 йәшкә тиклем иҫәпкә тороу мотлаҡ.

Милана Скоробогатова хәбәр итеүенсә, йыш ҡына бала йорттарын тамамлаусыларҙа хоҡуҡи белем кимәле һай булыу сәбәпле ҡыйынлыҡтар килеп тыуа.

— Һәр бер осраҡ айырым ҡаралырға тейеш, — тине Милана Скоробогатова. – Балалар мәсьәләләре шәхси рәүештә һәм йыш ҡына суд тәртибендә хәл ителә. Төрлө һорауҙар килеп тыуа икән, бала йортонда тәрбиәләнеүселәр өсөн нәҡ бала йорто тәүге ярҙамсы булып ҡала. Шулай уҡ мин дә, бала хоҡуҡтарын яҡлаусы булараҡ, һәр ваҡыт балаларға ярҙам итергә әҙер. Әммә уларҙың үҙҙәренең дә әүҙем һәм белемле булыуы мөһим.

Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил менән аралашыу барышында йәштәр бүләккә методик әсбаптар алды. Унда бала йорттарын тамамлаусылар өсөн актуаль мәғлүмәт – федераль һәм республика закондары, бала хоҡуҡтары һәм бурыстары, төрлө кәңәштәр бирелгән. Бындай ҡулланмалар ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм етем балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу үҙәге башланғысы менән сығарылған.

— Балаларҙың беҙгә мөрәжәғәт итеүен көтмәйбеҙ. Сығарылыш имтихандары башланыр алдынан үҙебеҙ бала йорттарына барабыҙ, — тип һөйләне Үҙәк директоры Ирина Ҡадырова. – Быйыл да республиканың баш ҡалаһы янында урынлашҡан барлыҡ тиерлек бала йортонда булдыҡ. Унда сығарылыш уҡыусыларына әлеге китаптарҙы тараттыҡ. Быйыл иһә бала йорттарын тамамлаған йәмғеһе 200-ҙән ашыу кеше оло тормошҡа аяҡ баҫа.