10 декабрь, Шәмбе

29 май 2012 йыл, 11:41

Сүп-сар яндырыу 600 мең һумға төшкән

автор: Галина Бахшиева

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре прокуратура вәкилдәре менән берлектә республика биләмәһен тикшереү барышында сүп-сар яндырыуҙың йөҙҙән ашыу осрағын асыҡлаған. Тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоусыларға дөйөм алғанда 600 мең һумға яҡын штраф һалынды, тип хәбәр иттеләр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә.

Иң күп ҡағиҙә боҙоуҙар Әбйәлил, Белорет, Ҡариҙел һәм Шишмә райондарында, йәнә Белоретта, Бөрөлә һәм Нефтекамала теркәлгән.

Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында билдәләүҙәренсә, ҡалдыҡтарҙы яғыу осраҡтарын асыҡлау буйынса рейдтар дауам ителәсәк. Ҡалдыҡтарҙы яғыу «Атмосфера һауаһын һаҡлау тураһында»ғы федераль законды тупаҫ боҙоу иҫәпләнә. Сүп-сарҙы бының өсөн махсус билдәләнгән сүплектәргә һәм полигондарға сығарып түгеү урынына урындағы халыҡ бик йыш ҡалдыҡтарҙы яғырға тырыша, был иһә һауаның бысраныуына килтерә. Сүп-сар янғанда һаулыҡ өсөн зарарлы матдәләр, шул иҫәптән диоксиндар барлыҡҡа килә.

Белешмә өсөн: ҡалдыҡтар менән эш иткәндә экологик талаптарҙы күҙәтмәгән физик шәхестәргә бер-ике мең һум күләмендә штраф һалына. Вазифалы кешеләр – 10-20 мең, юридик шәхестәр 100-250 мең һум түләргә тейеш. Бынан тыш, суд ҡарары буйынса 90 тәүлеккә тиклем эшмәкәрлекте туҡтатып тороуҙары ла ихтимал.

темалар: экология