Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Рәсәй-Италия Эш төркөмө ултырышында энергетика мәсьәләләре тикшереләсәк

Иҡтисад

30 майҙа Өфөлә, Сәнәғәт округтары, бәләкәй һәм урта бизнес буйынса Рәсәй-Италия Эш төркөмөнөң ХХ ултырышы сиктәрендә «Традицион һәм альтернатив энергетика өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү. Энергия һаҡлау технологиялары» темаһына арналған түңәрәк өҫтәл үткәрелә. Унда энергетиканың көнүҙәк проблемалары һәм был өлкәләге инновацион ҡаҙаныштар тикшереләсәк.

Түңәрәк өҫтәлдең модераторҙарының береһе -  Башҡортостан Республикаһының Энергия һаҡлау һәм энергетиканың һөҙөмтәлелеген арттырыу үҙәге директоры Владислав Сулимов. Докладтар менән республиканың, Рәсәй төбәктәренең дәүләт власы органдары вәкилдәре, энергия һаҡлаусы продукция етештереү менән шөғөлләнгән сәнәғәт предприятиелары һәм ойошмаларының етәкселәре сығыш яһаясаҡ.

БР Энергия һаҡлау һәм энергетиканың һөҙөмтәлелеген арттырыу үҙәгендә әйтеүҙәренсә, докладсылар араһында Италия делегацияһы вәкилдәре, «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең баш инженеры Владимир Кремер, ӨДАТУ ректоры Морат Ғөзәиров, «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе», «Мотор»фәнни-производство предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре вәкилдәре күрһәтелгән. Йәнә Рәсәй төбәктәренең энергия һаҡлау үҙәктәре альтернатив энергетиканы һәм энергия һаҡлаусы технологияларҙы ҡулланыуға индереү тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть