Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

БДУ студенттары – бөтә Рәсәй закон сығарыу инициативалары конкурсы призерҙары

Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының бишенсе курс студенттары Таһир Мәҡсүтов һәм Яна Пославская VII «Минең закон сығарыу инициативам» бөтә Рәсәй йәштәр форумы призерҙары иҫәбенә инде. Был хаҡта юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр иттеләр.

Таһир Мәҡсүтовтың эше I дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Яна Пославская үҙенең проекты өсөн III дәрәжә диплом яуланы, тип хәбәр иттеләр Башҡорт дәүләт университетынан.

Бынан тыш, форумды ойоштороусылар Таһирҙың ғилми етәксеһен дә билдәләне. БашДУ-ның гражданлыҡ процесы кафедраһы ассистенты Ленара Азаматова «Студенттарҙың ғилми-тикшеренеү эшендә уңыштар ҡаҙанғаны өсөн» билдәһе менән наградланды.

«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, Таһир Мәҡсүтов менән Яна Пославская бығаса «Минең закон сығарыу инициативам» конкурсының ситтән тороп ҡатнашыу туры лауреаттары булғайны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть