Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

2012 йылда Башҡортостанда алмас табыу өсөн тикшеренеү эштәре алып барыласаҡ

Иҡтисад

Ер аҫтында алмас ҡатламдары булыу-булмауын асыҡлау маҡсатында, Башҡортостандың Яңауыл районында геологик тикшереү алып барыу планлаштырыла.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы буйынса Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Яңауыл-Ҡояҙы ҡатламдарын өйрәнеү эштәре яҡынса 2012 йылдың өсөнсө кварталында башланырға тейеш. Был перспективалы участкала 33,7 млн карат ресурстар булыуы күҙаллана.

2012 йылда Башҡортостанда углеводород сеймалы һәм төрлө ҡаты файҙалы ҡаҙылмалар ҡатламдары ла геологик тикшеренеүҙәр алып барыу өсөн тәҡдим ителә. Башҡортостан — быйыл ер аҫтында алмас ҡатламдарын эҙләү планлаштырылған илдәге берҙән-бер төбәк.

Рәсәй субъекттары биләмәһендә урынлашҡан ер аҫты участкалары менән файҙаланыуға хоҡуҡ алыуға заявкалар Рәсәйҙең Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығының территориаль органдары менән 23 июлгә, урындағы ваҡыт менән 17.00-гә тиклем ҡабул ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть