5 декабрь, Дүшәмбе

28 май 2012 йыл, 18:00

1 июндә баш ҡалала Балаларҙы яҡлау көнөнә арналған байрам үтә

автор: Марина Шумилова

1 июндә Өфөлә, Профсоюздар йорто алдындағы майҙанда Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған байрам үтә. Сара сиктәрендә «Беренсе май. Хеҙмәтсәндәр. Профсоюздар» республика балалар һүрәте һәм плакаты конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтә. Бәйгене ойоштороусылар булып Башҡортостандың Мәғариф министрлығы ярҙамында республиканың Профсоюздар федерацияһы сығыш яһай.

БР Профсоюздар федерацияһының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл конкурста республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан 660 бала ҡатнашҡан, улар 760 ижади эш тәҡдим иткән. Балалар өсөн күңел асыу программаһы – ҡыҙыҡлы уйындар, асфальтта һүрәт төшөрөү буйынса конкурс әҙерләнгән.