10 декабрь, Шәмбе

28 май 2012 йыл, 17:05

Башҡортостанда мәк менән киндергә һуғыш иғлан ителде

автор: Ольга Мортазина

Бөгөндән алып республикала ведомство-ара «Мәк» операцияһы башланды. Наркополиция, полиция һәм муниципаль властар мәк һәм киндер үҫкән урындарҙы асыҡлап, уларҙы бөтөрөргә тейеш. Республика Наркоконтролендә билдәләүҙәренсә, сеймал базаһын юҡ итеү наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен ҡыҫҡартыу буйынса эшмәкәрлектең мөһим йүнәлеше булып тора. Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, тартып алынған наркотик матдәләрҙең дөйөм күләмендә мәк һаламы менән каннабистың өлөшө 2007 йылдағы 69 проценттан 2011 йылда 85 процентҡа тиклем артҡан.

— «Мәк» операцияһы барышында асыҡланған участкаларҙағы үҫемлектәрҙе юҡ итеүҙең еренә еткереп башҡарылмауы етди проблема булып ҡала. Әлеге ваҡытта ҡырағай киндер башлыса сабып алына. Бындай эшкәртеүҙең һөҙөмтәһе ҙур түгел, сөнки уның тамырҙары бөтөн килеш ҡала. Бынан тыш, орлоҡтары ла ергә эләгә һәм киләһе йылға ошо уҡ участкала тағы яңы уңыш үҫеп сыға. Химик эшкәртеү иһә бик яҡшы һөҙөмтә бирә, әлеге мәлдә спутник ярҙамында киндер үҫкән урындарҙың картаһын төҙөү практикаһын ҡулланылышҡа индереү мәсьәләһе лә хәл ителә, — тип хәбәр иттеләр Наркополицияның матбуғат хеҙмәтендә.

темалар: наркотиктар