8 декабрь, Кесе йома

28 май 2012 йыл, 15:46

Рөстәм Хәмитов нефтселәрҙе һәм республика халҡын Башҡортостан нефтенә 80 йыл тулыуы менән ҡотланы

автор: Сергей Захаров

26 майҙа Өфөлә Салауат Юлаев майҙанында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикала нефть сығарыуға 80 йыл тулыуға арналған тантаналы сарала ҡатнашты.

Ул шулай уҡ «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең уңыш ҡаҙанған хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Юғары профессиональ һөҙөмтәләр өсөн республика Президенты «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе» һәм «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән почетлы исемдәр бирҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

— Башҡортостан нефте Бөйөк Ватан һуғышында дошманды еңергә ярҙам иткән. Башҡортостан нефте барлыҡ был предприятиеларҙы, ҡалаларҙы, юлдарҙы төҙөргә ярҙам иткән. Башҡортостан нефте Рәсәй Федерацияһы иҡтисадына ҙур өлөш индергән, — тине Рөстәм Хәмитов.

«Башнефть» компанияһы республика иҡтисадының нигеҙе булып тора, тип билдәләне ул.

— Беҙ бер-беребеҙгә ярҙам итеп, дәррәү, яҡшы эшләйбеҙ. Билдәле компаниябыҙға уңыштар, уның сәскә атыуын теләйем, — тине Президент.

Рөстәм Хәмитов нефть компанияһында эшләгән барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе ҡотланы.

— Бөгөн һеҙҙән күп нәмә тора. Үҙ ҡулдарығыҙ менән «Башнефть» компанияһының киләсәген төҙөйһөгөҙ. Беҙ ҙә, әлбиттә, ярҙам итергә, һеҙҙең менән бергә булырға тырышабыҙ, һәм бергә алға табан атлаясаҡбыҙ, — тип белдерҙе республика башлығы.