8 декабрь, Кесе йома

28 май 2012 йыл, 15:35

«Ҡала. Архитектура һәм төҙөлөш-2012» күргәҙмәһендә 150 предприятие ҡатнашасаҡ

автор: Галина Бахшиева

«Өфө-Арена» боҙ һарайында 5 июндән 8-енә тиклем «Ҡала. Архитектура һәм төҙөлөш-2012» ХIX халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе үткәрелә.

Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, йыл һайын үткән экспофорумда Башҡортостандан, Рәсәйҙән, алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙән 150-нән ашыу предприятие һәм ойошма ҡатнашасаҡ. Уларҙы яртыһы – үҙ тауарын етештереүсе компаниялар.

Күргәҙмәнең төп йүнәлештәре араһында аҙ ҡатлы төҙөлөш, коммуналь хужалыҡ һәм техника, йылытыу һәм һыу менән тәьмин итеү системалары, экология һәм энергия һаҡлау, архитектура эшләнмәләре һәм дизайн, төҙөлөш һәм юл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары, шулай уҡ ландшафт дизайны һәм флористика күрһәтелгән.

Сара Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, Өфө хакимиәте, Башҡортостан төҙөүселәренең республика фәнни-техник йәмғиәте һәм «БашЭКСПО» күргәҙмә үҙәге менән ойошторола.