3 декабрь, Шәмбе

28 май 2012 йыл, 14:54

Өфөлә иң яҡшы китапханасы билдәләнәсәк

автор: Розалия Вәлиева

Дүшәмбе, 28 майҙа, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Баш ҡаланың иң яҡшы китапханасыһы-2012» ҡала конкурсына йомғаҡ яһала, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.  

Иң яҡшы эштәр авторҙары ҡала хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығынан дипломдар һәм иҫтәлекле билдәләр менән тәбрикләнә. Бынан тыш, еңеүселәргә компьютер һәм көнкүреш техникаһын алыуға сертификаттар тапшырыла. Театр труппаһының «Ҡатынымдың исеме Морис» спектаклен күрһәтеү барыһы өсөн дә бүләк буласаҡ.

Бына инде өсөнсө йыл рәттән Китапханалар көнө алдынан баш ҡалалағы моделле китапханаларҙың презентациялары үткәрелә. 2010 йылда «Сипайлово» биҫтәһендә 26-сы моделле китапхана — «Хазина» крайҙы өйрәнеү әҙәбиәте үҙәге асылды. 2011 йылда, Сочи урамындағы авария хәлендәге бинанан Зәйнәп Биишева урамындағы яңы бинаға күсеп, «Көньяҡ» биҫтәһендә 2-се китапхана үҙ ишектәрен асты. Әлеге ваҡытта Өфөлә 12 моделле китапхана эшләй. Был аҙнала йәнә ике бындай китапхана асыла.

темалар: китапханалар