6 декабрь, Шишәмбе

28 май 2012 йыл, 13:48

РФ Президентының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе хеҙмәткәрҙәре Әлшәйҙә консультациялар үткәрҙе

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Рәсәй Федерацияһы Президентының Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе хеҙмәткәрҙәре Әлшәй районының Аксен һәм Шафран ауылдарында граждандарҙы ҡабул итте. Урындағы халыҡҡа ҡабул итеү бүлмәһенең, БР Прокуратураһының, Рәсәй Юристар ассоциацияһының һәм Дәүләт торлаҡ инспекцияһының хеҙмәткәрҙәре консультациялар бирҙе.

«Башинформ» агентлығына Президенттың ҡабул итеү бүлмәһенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кешеләрҙең һорауҙарын хәл итеү, урындағы халыҡтың проблемаларын асыҡлау һәм уларға властарҙың реакцияһын билдәләү сәфәрҙең төп маҡсаты булған. Мөрәжәғәт иткән 74 граждандың барыһына ла Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы аңлатмалар бирелгән. Ялыуҙар буйынса тикшереүҙәр үткәреләсәк.

Белгестәр иң тәүҙә Аксен ауылы халҡын ҡабул иткән. Власть вәкилдәренә ауыл эшсәндәре төрлө проблемалары менән мөрәжәғәт иткән. Терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған ике йәш инвалид торлаҡ шарттарын нисек яҡшырта алыуҙарын белешергә килгән. Аксен ауыл хужалығы техникумы директорын иһә уҡыу йорто янында бер ҡаршылыҡһыҙ алкоголле эсемлектәр һатылыуы борсой. Церебраль фалиж менән сирле ҡыҙҙың әсәһе 10 йыл дауамында торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта тороуы һәм исемлектә һәр ваҡыт беренсе булыуы хаҡында һөйләне. Пенсионерҙарҙы иһә пенсияны нисек иҫәпләүҙәре ҡыҙыҡһындыра.

Төштән һуң юристар Шафран ауылында үҙ эшен дауам итте. Урындағы халыҡты иң элек һыу мәсьәләһе борсой. Асыҡланыуынса, һыу менән эштәр бер ҙә шәптән түгел. 100 йыл элек төҙөлгән коммуникациялар бөтөнләй туҙған, шуға күрә слесарҙарға торбаларҙы йүнәтергә, ошоноң арҡаһында даими һыуҙы һүндерергә тура килә. Уҙған йылдан алып «Водоканал»дың вәкәләттәре ҡасаба хакимиәтенә күскән, йәғни ремонт, кәрәкле деталдәр һатып алыу бурысы муниципалитет хеҙмәткәрҙәренең елкәһенә ятҡан, әммә был эштәрҙе финанслау ҡаралмаған. Бынан тыш, Шафран халҡы ауылда медицина хеҙмәткәре булмауы тураһында хәбәр итте, уларға медицина ярҙамы алыр өсөн район үҙәге Раевкаға йөрөргә тура килә.

Билдәләп үтәйек, РФ Президентының БР-ҙағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе хеҙмәткәрҙәре бындай сараларҙы беренсе тапҡыр ғына ойоштормай. Практиканан күренеүенсә, район халҡы белгестәрҙе түҙемһеҙләнеп көтә, уларҙың проблемалары хәл ителәсәк йә иһә әҙ булһа ла алға китеш буласаҡ, тип өмөтләнә.