9 декабрь, Йома

28 май 2012 йыл, 13:10

Башҡортостандың Балалар фонды етем һәм инвалид балаларға ярҙам йөҙөнән хәйриә акцияһы үткәрә

автор: Марина Шумилова

Рәсәй балалар фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе 25 майҙан 15 июнгә тиклем «Балаларға посылка ебәр» хәйриә акцияһы үткәрә. Сара етем һәм инвалид балаларға, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

Акцияла теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. Бының өсөн кейемдәрҙе, шәхси гигиена әйберҙәрен, китаптарҙы, зиһенде үҫтереүсе уйнындарҙы Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 72 адресы буйынса урынлашҡан Рәсәй балалар фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһенә ебәрергә кәрәк, шулай уҡ «Акция» билдәһе менән түбәндәге реквизиттар буйынса аҡса күсерергә мөмкин: 40703810307390000149 в ОАО Социнвестбанк г. Уфа.