6 декабрь, Шишәмбе

28 май 2012 йыл, 12:19

1 июндә Өфөлә бала хоҡуҡтарын юридик яҡлауға арналған акция ойошторола

автор: Марина Шумилова

1 июндә Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан «Балалыҡ хоҡуҡтарын яҡлауҙың һәм ата-әсәләр яуаплылығының юридик аспекттары» акцияһын ойоштора. Акция сиктәрендә республиканың күренекле юристары ғаилә хоҡуҡтары мәсьәләләре буйынса бушлай юридик консультациялар үткәрәсәк.

Акция «Мәрхәмәт» хәйриә фондында (Өфө, Цюрупа урамы, 104), Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн реабилитация үҙәгендә (Өфө, Октябрь революцияһы урамы, 73/1), Республиканың балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютында (Еңеү урамы, 26а) үткәрелә.

Юристарға һорауҙар менән 10 -16 сәғәттәрҙә мөрәжәғәт итергә мөмкин.