Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Хәйбулла районында ЮНЕСКО клубтарының презентацияһы үтте

Йәмғиәт

Хәйбулла районында ЮНЕСКО клубтарының презентацияһы үтте. Улар Аҡъяр ауылының 2-се урта мәктәбе һәм Бүребай ауылы урта мәктәбе нигеҙендә булдырылды.

Аҡъяр мәктәбендә презентация сиктәрендә мәктәп уҡыусыларының концерты ойошторолдо, мәктәп ҡаҙаныштары тәҡдим ителде, асыҡ дәрестәр үтте.

Бүребай ауылында  фәнни-ғәмәли конференция үтте, унда Аҡъяр, Бүребай ауылдарынан, Сибай ҡалаһынан мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Улар экология, шулай уҡ йәштәргә социаль ярҙам мәсьәләләрен ҡуҙғатты, был көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү юлдарын тәҡдим итте. Конференцияла ЮНЕСКО-ның Сибайҙағы «Туғанлыҡ» клубы ағзалары ла ҡатнашты. Сарала ЮНЕСКО-ның Урал аръяғындағы клубтарының хеҙмәттәшлек итеүе тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть