Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә экологик хәүефһеҙлек буйынса иң яҡшы белгес һайланасаҡ

Йәмғиәт

31 майҙа Өфөлә V «Экологик хәүефһеҙлек буйынса иң яҡшы белгес – 2012» республика конкурсына йомғаҡ яһала.

Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә предприятиелар эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген күтәреү, экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, шулай уҡ тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендә яңы эш алымдарын эҙләү конкурстың төп маҡсаттары булып тора.

Республиканың экологик конкурсында ҡатнашыуға был өлкәлә эш тәжрибәһе булған, ойошма менән тәҡдим ителгән йәки үҙ аллы сығыш яһаған тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса белгестәр саҡырыла. Һәр ойошманан ҡатнашыусылар һаны сикләнмәй.

2012 йылда конкурста ҡатнашыусылар ике категорияға – эре предприятиелар вәкилдәренә һәм бәләкәй, урта бизнеста эшләгәндәргә бүленә.

Сараны ойоштороусылар булып БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һәм Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы ярҙамында «Тармаҡ-ара институт» дәүләткә ҡарамаған белем биреү учреждениеһы сығыш яһай.

Ҡатнашыу өсөн заявкалар 30 майға тиклем «Тармаҡ-ара институт» дәүләткә ҡарамаған белем биреү учреждениеһында ҡабул ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть