8 декабрь, Кесе йома

28 май 2012 йыл, 11:09

Республикала зыянға эшләүсе предприятиелар иҫәбе кәмегән

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостанстатта беренсе квартал йомғаҡтары буйынса республика ойошмалары эшмәкәрлегенең финанс һөҙөмтәләре донъя күрҙе. 2012 йылдың ғинуар-мартында эре һәм урта предприятиялар 22,8 млрд һум күләмендә табыш алған. Уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата был 68,9 процентты тәшкил итә. Ошо уҡ ваҡытта зыянға эшләгән ойошмалар өлөшө 2011 йылдың ғинуар-мартындағы 24,9 проценттан 22,1 процентҡа тиклем (1412 предприятиеның 312-һе) кәмегән.

Рентабелһеҙ эшләгән предприятиеларҙың зыян күләме уҙған йыл менән сағыштырғанда 3,2 тапҡырға йәки 10,8 млрд һумға артып, 15,6 млрд һумды тәшкил иткән. Иң ҙур зыян суммаһы — 12,4 млрд һум — күсемһеҙ милек менән бәйле операцияларға, арендала һәм хеҙмәттәр күрһәтеүҙә күҙәтелде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостанстатта. Йәнә унда билдәләүҙәренсә, 2011 йыл менән күрһәткестәрҙе сағыштырғанда «бәләкәй предприятиелар иҫәбенә инмәгән, 15-тән кәмерәк хеҙмәткәре булған ойошмалар, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары, банктар, страховкалау һәм бюджет ойошмалары иҫәпкә алынмаған».

темалар: статистика