10 декабрь, Шәмбе

28 май 2012 йыл, 10:55

Башҡортостандың Милли китапханаһында иң яҡшы китапханасылар тәбрикләнде

автор: Әлим Фәйезов

Көн элгәре илдә Бөтә Рәсәй китапханалар көнө билдәләнде. Ул РФ Президентының 1995 йылдың 27 майындағы «Бөтә Рәсәй китапханалар көнөн булдырыу тураһында»ғы Указы менән раҫланды. Был байрам айҡанлы Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында тантаналы йыйылыш үтте. Китапхана директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Люция Ильясова коллективты һөнәри байрамы менән ҡотланы һәм алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләне. Республика мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Александр Кузьменко иң яҡшы китапханасыларға Почет грамоталары һәм премиялар тапшырҙы.

Сарала ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Риф Тойғонов ҡотланы, китапханасыларҙы ул «яҙыусыларҙың иң яҡын дуҫтары» тип атаны. Билдәле яҙыусы-сатирик, Рус фән һәм сәнғәт академияһы ағзаһы Марсель Сәлимов республиканың төп китапханаһына Рус фән һәм сәнғәт академияһы президенты Виктор Никеров исеменән «Кто есть кто: Всемирное издание» исемле биографик инновацион белешмә тапшырҙы. Әйткәндәй, унда яҡташыбыҙ Марсель Сәлимов тураһында ла мәҡәлә урынлаштырылған.